0%

Ҡышҡы йыр(шиғыр). Мәүлит Ямалетдинов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡышҡы йыр ( шиғыр )
автор Мәүлит Ямалетдинов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ҡышҡы йыр


Аҡ ялдарын сайҡап килеп етте
Йәнә ҡыш айҙары.
Ҡар өйөргән аҫау бурандарҙың
Өҙөк тышауҙары.
Эй ашҡына буран! Ҡайҙа әйҙәй
Күндәм ҡар өйөрөн?..
Үкһей-үкһей йырлап оса ҡарҙар
Тыуасаҡ яҙ йырын.
Яҙҙар етер. Күк сәскәләр ҡалҡыр,
Ер күкрәген ярып.
Көлә-көлә йырлар ҡар һыуҙары
Алыҫ буран йырын...
 
 


1988 йыл